ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
5 Апрель 2021, 15:06

Ҡыйбатҡа төшкән "мөхәббәт"

66 йәшлек ҡатын февраль урталарында социаль селтәрҙә бер ир менән танышҡан.

Халыҡтың бер ҡатлылығымы, әллә шул тиклем ышаныусанлығымы, республикала бер-бер артлы мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, ҙур суммала аҡсаларын урлатыусылар һаны кәмемәй. Ә мутлашыусылар йоҡлап ятмай: әленән-әле төрлө юлдар табып, халыҡтың ышанысына инә.
Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар был тоҙаҡҡа тиҙ эләгеүсән. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәүсе 66 йәшлек ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, ул 500 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Асыҡланыуынса, февраль урталарында зыян күреүсе социаль селтәрҙә үҙен сит ил гражданины тип танытҡан ир менән танышҡан. Виртуаль аралашыу артабан көндәлек ғәҙәткә ингән, интернет аша танышҡан ир ханымға төрлө комплименттар әйткән, уның ышанысын ғына түгел, хатта күңелен дә яуларға өлгөргән.
Сираттағы виртуаль аралашыуҙың береһендә улар осрашыу хаҡында һөйләшкән. Әммә "сит ил кешеһе" үҙенең алдан планлаштырылған схемаһы буйынса эш итеп, осрашыуға килеү өсөн аҡсаһы етмәүен белдергән. Бер ҡатлы ҡатын үҙенең ярҙамын тәҡдим иткән һәм ярты миллиондан күберәк аҡсаһын уның иҫәбенә күсергән. Бынан һуң виртуаль дуҫы бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған. Үҙенең алданыуын белгән ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.
Тәртип һаҡлау органдары ошондай хәлдәрҙә уяулыҡты юғалтмаҫҡа, билдәһеҙ телефон шылтыратыуҙарына яуап бирмәҫкә тип иҫкәртеп торһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мутлашыусыларҙан зыян күргәндәр әленән-әле осрап тора. Тағы берҙе иҫкәртәбеҙ: ят кешеләргә, шул иҫәптән социаль селтәр аша танышҡан дуҫтарығыҙға, бигерәк тә телефон аша шылтыратып, банк иҫәбе, картағыҙҙың кодын һораусыларға бер ваҡытта ла яуап бирмәгеҙ, уларҙың кәңәштәрен һәм күрһәтмәләрен үтәмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас