Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға бәҫ ҡуныуы, төндә һәм иртәнсәк томан, күреүсәнлек 500 метр һәм унан да кәм булыуы көтөлә.
Бөгөн киске 20.00 сәғәттән 5 апрелдә 20.00 сәғәткә тиклем һауа торошо аяҙлы-болотло буласаҡ. Тәүҙә ямғыр яуып, һуңынан ҡарға күсәсәк, айырым райондарҙа төндә һәм иртәнсәк юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Ел көнбайыштан һәм көнсығыш-көнбайыштан секундына 3-8 метр, көндөҙ урыны менән секундына 14 метрға тиклем етәсәк. Төндә һауа температураһы +1 һәм -4 градус, аяҙытҡанда -10, көндөҙ иһә +1 һәм +6 градус буласаҡ.
Водителдәрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ!