ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
31 Март 2021, 10:37

Баймаҡта намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр ҡулға алынған

Баҡтиһәң, 2018 – 2021 йылдарҙа улар...

Башҡортостанда үлсәү контроле хеҙмәткәрҙәре, үҙ-ара һөйләшеп, йөк автомобилдәре водителдәренән ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Билдәле мәғлүмәттәр буйынса, ауыр йөк автомобиленә артыҡ тейәлгән йөк өсөн түләүҙәр вазифалы кешеләрҙең кеҫәһенә инеп ятҡан. Шулай уҡ йөк ташыусылар артыҡ ауырлыҡтағы йөк ташығандарына күҙ йомғандары өсөн даими аҡса күсереп торған. Шулай итеп, Баймаҡтағы 2-се үлсәү контроле стационар пункты аша, йәғни Баймаҡ районындағы Магнитогорск – Ира юлынан, тыңҡыслап йөк тейәгән транспорт үтеп торған. Үлсәү контроле пункты хеҙмәткәрҙәренең яуапһыҙлығы сәбәпле юл ҡатламына ла зыян килтерелгән, закон боҙғандар тейешле яуаплылыҡҡа тарттырылмаған.
Оператив хеҙмәткәрҙәр һәм тәфтишселәр махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд ярҙамында бер юлы 15 тикшереү уҙғара, уларҙың төп өлөшө Баймаҡ районына тура килә. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы енәйәт эштәре ҡуҙғатҡан. Улар үлсәү контроле пункты хеҙмәткәрҙәренә һәм Мәләүез районынан, Магнитогорск ҡалаһынан ике эшҡыуарға ҡағыла.
Мәғлүмәттәргә ярашлы, 2018 – 2021 йылдарҙа төркөм ағзалары, юлға һалынған схема буйынса, ҙур күләмдә даими йөк ташыған водителдәрҙән үлсәү контроле посы аша тотҡарлыҡһыҙ үткәргән өсөн аҡса алып торған. Һөҙөмтәлә ошо ваҡыт арауығында улар бөтәһе 329 мең һум күләмендә ришүәт алған, тип хәбәр итәләр Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡулға алынған хеҙмәткәрҙәрҙең йәшәгән урындарында тентеү уҙғарылған, енәйәт эшенә ҡағылышлы әйберҙәр, документтар алынған, шулай уҡ шик аҫтында булғандар тикшерелә. Үлсәү контроле пункты мөдиренә ғәйепләү белдерелгән, ул һаҡ аҫтына алынған. Бер белгескә айырым эшмәкәрлек тыйылған, тағы ла алты хеҙмәткәргә һәм ришүәт биргән икәүгә ситкә сығып йөрөү тыйылған. Тәфтишселәр ошондай осраҡтарҙы асыҡлауҙы дауам итә.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас