ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
28 Март 2021, 07:03

Оло йәштәге атаһына ышыҡланып ҡараһа ла...

Элекке үпкәләре иҫенә төшкән ир уҡлау һәм сүкеш алып ҡатынға ташланған. Һөҙөмтәлә...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Илеш районының Бәләкәй Бишҡурай ауылында бер ирҙең ҡатынды туҡмауы хаҡында хәбәр алына. Ваҡиға урынына шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре юллана, ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Ҡатынға ҡул күтәргән ир тәртип һаҡсыларына ҡаршы ла көс күрһәтеп маташа.
Кешене ауыр йәрәхәтләгәне өсөн алдан уҡ хөкөм ителгән 32 йәшлек ир, эсеп алғас, 31 йәшлек ҡатынға булған элекке үпкәләрен иҫкә төшөрөп, уның йортона килә. Бында ҡатын өлкән йәштәге атаһы менән бергә йәшәгән була. Иҫерек әҙәм, ҡулына уҡлау һәм сүкеш алып, уны туҡмарға тотона.
"Ҡатын атаһының арҡаһына ышыҡланырға тырыша, тик эсеп алған ирҙе был да туҡтатмай. Уҡлау менән сүкеш оло кешегә лә эләгә", - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Былтыр ғына төрмәнән сыҡҡан ир кире һаҡ аҫтына алына. Уға ҡарата енәйәт эше асыла. Шулай уҡ был юлы иргә полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк. Ҡатындың уң ҡулы һәм һул ҡулының бармағы һына, бик күп тән йәрәхәттәре ала. Уға оҙайлы ваҡыт дауаланырға тура киләсәк.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас