Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Әбйәлил районының Асҡар ауылында йорт яна. Бәхеткә күрә, ике балаһы булған ғаилә ныҡ итеп сыйылдаған тауышҡа - янғын иҫкәртеү ҡоролмаһының ҡысҡырыуына уянып китә. Тиҙ арала йәш ата-әсә 2016 һәм 2018 йылда тыуған балаларын алып "ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡлап өлгөргән урындан үҙаллы сыға ала. Уларҙың һаулығына зыян килмәй.
"Күҙ асып йомған арала ут йорттоң ҡыйығын ялмап ала. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр утты ауыҙлыҡлай һәм тулыһынса һүндерә. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса янғын заводта етештерелгән электр мейесенән сыҡҡан", - тип хәбәр ителә ведомствонан.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: электр мейес йәиһә йылытыу приборҙарын ҡулланған осраҡта, уны төнгөлөккә эшләгән килеш ҡалдырмағыҙ, һәр саҡ күҙәтеп тороғоҙ. Бәхеткә күрә, был юлы ғаиләне тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡулайлама ҡотҡарған. Шуға күрә янғын иҫкәртеү ҡоролманы һәр йортҡа ҡуйҙыртыу мотлаҡ. Ут менән һаҡ эш итегеҙ!