Республика юлдарында хәл-торош тыныс түгел, төрлө ваҡиғалар булып ҡына тора. Бигерәк тә ял көндәрендә хәүеф арта.
Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы киң масштаблы иҫкәртеү сараларын даими үткәрә.
"Профилактик рейдтарға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күпләп йәлеп ителә. Төп маҡсат - эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе һәм башҡа тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡлау. Һеҙҙең күптәрегеҙ дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең юғары иғтибарын аңлап ҡабул итә, бының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарылғанын баһалай.
Барығыҙға ла уңышлы юлдар һәм яҡшы көн теләйем!" – тип социаль селтәр аша мөрәжәғәт итте Динар Ғилметдинов.
Фото Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.