ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
27 Март 2021, 06:24

Аварияға эләккән балаларҙың хәле нисек?

Юлдыбай – Аҡъяр юлында “ВАЗ” еңел автомобиле менән "ГАЗ-53" йөк машинаһы бәрелешеүе сәбәпле, биш баланың зыян күреүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Йылайыр районының Матрай ауылы эргәһендә унынсы модель “ВАЗ” еңел автомобиле менән "ГАЗ-53" йөк машинаһы бәрелешеүе сәбәпле, биш баланың зыян күреүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Йылайыр районында балаларҙы күрше ауыл мәктәбенә уҡырға алып китеп барған автомобиль һәләкәткә осрай. Авария Юлдыбай-Аҡъяр-Сара юлының 18-се саҡрымында 24 мартта иртәнсәк теркәлә. ВАЗ-2110 машинаһы менән идара итеүсе 46 йәшлек ир төп юлға сыҡҡан ерҙә ГАЗ йөк машинаһына юл бирмәгән һәм уны бәрҙерә. Зыян күреүсе балалар Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына килтерелгән.
- Балалар Сибай үҙәк дауаханаһына килтерелде. Өс бала реанимацияла, икәүһе травматология бүлегенә урынлаштырылды. Балаларҙы баш ҡала дауаханаһына күсереү ярамағанлыҡтан, Республика балалар клиник дауаханаһынан белгестәр ҡалаға санитар авиация менән килде,-ти травматология бүлеге мөдире Илгиз Таһиров.

Билдәле булыуынса, водитель 5-8-се класс уҡыусыларын Япарһаҙ ауылынан Матрай мәктәбенә уҡырға алып килә ятҡан. Был маршрут буйынса һәр аҙна башында махсус автобус балаларҙы мәктәпкә ташып, аҙна аҙағында кире ауылдарына йөрөтә. Йәғни уҡыусылар интернатта ятып уҡый. Ә бәләгә тарыусыларҙы мәктәпкә ташыуҙы ата-әсәләр үҙ иңенә алған.
— Балаларҙың интернатта ятып уҡығыһы килмәй. Ашатыу насар, йәшәү шарттары ла тейешле кимәлдә түгел. Ҡыҙым быға ҡәҙәр ауырып дәрес ҡалдырҙы. Сирек аҙағы булғас, уҡырға көсләп ебәргәйнем шул,-ти күҙ йәштәрен тыя алмай ауыр йәрәхәттәр алған ҡыҙҙың әсәһе Гөлгөнә Үтәева.

Реанимацияла ятҡан ҡыҙҙың эске ағзалары ныҡ зыян күргән. Гүзәлиә Исҡужинаның ҡыҙының һәм улының янбаш һөйәктәре һынған. Уларға кисә операция яһағандар. Травматология бүлендә ятҡан малайҙарҙың хәле яҡшыра бара.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас