17 марттан 9 апрелгә тиклем Хәйбулла районында «Иғтибар, балалар!» комплекслы мәғлүмәти-иҫкәртеү сараһы үтә. Уның төп маҡсаты – юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү, балаларҙы юлдарҙа үҙеңде тотоу нигеҙҙәренә өйрәтеү.
2021 йылдың ике айы дауамында республика юлдарында 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 48 (2020 йылға ҡарата -17,2%) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 7 (+133,3%) бала һәләк булған һәм 54-е (-5,3%) төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Юл-транспорт ваҡиғаларын анализлау күрһәтеүенсә, фажиғәләрҙең 60,4% элеккесә транспорт сараларындағы пассажир-балалар менән бәйле: теркәлгән 29 (-23,7%) юл-транспорт ваҡиғаһында 7 (+133,3%) бала һәләк була һәм 35-е (-2,8%) тән йәрәхәттәре ала. Балиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығында 19 (-5,0%) юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 19 (-9,5%) бала зыян күрә.
Фажиғәләрҙең һәр һигеҙенсеһе балиғ булмағандарҙың һаҡһыҙлығына бәйле. Бигерәк тә бала пассажирҙар менән мәсьәлә киҫкен тора, улар йыш ҡына ололарҙың ғәйебе арҡаһында зыян күрә. Атай-әсәйҙәр йыш ҡына шәхси транспортында балаларына хәүефһеҙлек тәьмин итә алмайҙар. Хатта күрше урамға барғанда ла, балалар креслоһында ултырырға һәм мотлаҡ рәүештә хәүефһеҙлек ҡайышын тағырға кәрәк, ололар бының тураһында йыш ҡына онота. Ошоға бәйле атай-әсәйҙәрҙе тағы ла иҫкәртәбеҙ.
фото:Хәйбулла районы мәғариф идаралығы