ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Март 2021, 05:53

Бер тәүлектә 62 водитель эсеп тотолған...

Республика юлдарында рейдтар дауам итә

Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә барлыҡ республика буйынса рейдтар уҙа.
Һөҙөмтәләре уйға һала, сөнки кисә рейдҡа сыҡҡан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың өс меңдән ашыу осрағын асыҡлаған, 62 водитель эскән килеш автомобиль менән идара иткәндә тотолған.
"Был саралар аварияларҙы кәметеүгә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙа тәртипте көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Уларҙы үткәреү мөһимлеген аңлап ҡабул иткәнегеҙгә рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә хәүефһеҙ юлдар!" – тип яҙҙы республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов.
Әлеге осорҙа юл икеләтә хәүефле. Тиҙлекте арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәр яһамағыҙ тип иҫкәртәләр ведомствонан.
Фото:123ru.net
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас