Башҡортостанда 19 мартта көндөҙгө сәғәт 4-кә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 177-се, 178-се, 179-сы саҡрымында йөк транспорты хәрәкәтенең ҡатмарлашыуы күҙәтелә. Был көслө ҡар яуыуға бәйле.
«Юл техникаһы эшләй, эҙемтәләр бөтөрөлә. Участкала хәрәкәтте ойоштороуға юл-патруль хеҙмәте экипаждары йәлеп ителгән», — тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт автоинспекцияһынан.
Ведомствола автоһәүәҫкәрҙәргә ошо йүнәлештә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирелде.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы | Видео: Динар Ғилметдинов, Facebook