Аҡъяр ауылы Балалар ижад йортоноң «Осҡон» (етәксеһе Таһирова Н.Ш), «XXI быуат лидерҙары» (етәксеһе Бағышаева Л.Б.), «Хәйбулла ынйылары» (Үзбәкова Ф.Ф) берекмәләре тәрбиәләнеүселәре янғын һүндереүселәр хеҙмәте базаһына экскурсияға килде.
Балалар ҡотҡарыусыларҙың эше менән танышыуҙан тыш, янғын хәүефһеҙлеге буйынса кәрәкле һәм мөһим мәғлүмәт алды.Малайҙар һәм ҡыҙҙар янғын һүндереүселәр һағының барлыҡҡа килеү тарихы, махсус кейемдәрҙең, техниканың һәм ҡоролмаларҙың төрҙәре менән яҡындан танышты. Ҡотҡарыусылар янғын хәүефһеҙлеге һәм йоҡа боҙҙа йөрөү ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.
Фото: Аҡъяр ауылы Балалар ижад йорто