Хәйбулла районында Урал аръяғы зонаһы буйынса ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарына һәм яҙғы ташҡынға әҙерлек, төбәктәге гидротехник ҡоролмаларҙың ныҡлылығын тикшереү буйынса штаб-команда күнекмәләре үтте.
Быйыл ҡарҙың күп яуыуы, көндәрҙең әле лә һалҡын тороуы яҙғы ташҡындың бер аҙ һуңыраҡ булыры хаҡында белдерһә лә, тыныс ултырырға урын юҡ. Ҡояштың кинәт ҡыҙҙыра башлап, һыуҙың ҡапыл күтәрелеү ихтималлығын оноторға ярамай.
Хәйбулла районы биләмәһендә ике ҙур, һигеҙ бәләкәй йылға, 18 күл һәм һыуһаҡлағыстар бар. Йыл һайын Таналыҡ менән Һаҡмар ҡайһы бер ауылдар өсөн һыу баҫыу ҡурҡынысын тыуҙыра. Шулай уҡ районда өсөнсө класс хәүефле ике ҙур гидротехник ҡоролма бар - Аҡъяр, Таналыҡ һыуһаҡлағыстары. Өҫтәүенә Хәйбулла һәм Йылайыр райондары сигендә Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта улар етди хәүеф менән янай.
Ташҡын мәлендә башҡарылырға тейешле эштәргә оҡшатып яһалған күнекмәләр Аҡъяр һыуһаҡлағысында үтте. Сценарий буйынса, Таналыҡ йылғаһындағы дамбаның йырылып китеүе сәбәпле, район үҙәген һыу баҫыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәл күрһәтелде. Уны яйға һалыу буйынса төрлө хеҙмәттәр тарафынан берҙәм эш башҡарылды. Шулай уҡ Урал аръяғы зонаһы буйынса гидротехник ҡоролмаларҙың әҙерлеге тикшерелде, тиҙҙән, тығындарҙы булдырмау маҡсатында, боҙ шартлатыу эштәре лә башланасаҡ.
Хәйбулла районында яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса етди эштәр алып барыла, һыу баҫыу хәүефен булдырмау өсөн бар хеҙмәттәр үҙ бурыстарын үтәргә әҙер.
Шулай уҡ йылға-күл буйҙарында урынлашҡан ауылдар халҡына ла хәүефле осор ҡағиҙәләрен инҡар итмәү, әҙерлек эштәрен башлау, һаҡ булыу мөһим.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.