ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
14 Март 2021, 02:49

Ғүмерҙәрҙе һаҡлаған

Күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сығып...

Был осраҡтың үтә ҡурҡыныс тамамланыуы ихтимал ине. Әммә ғаиләнең ғүмерен һәм мөлкәтен ябай ғына нәмә - янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама һаҡлап ҡалған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ишембай районының Байғужа ауылында кисә, 12 мартта, төшкә ҡарай янғын сыға. Ут һүндереүселәр тиҙ арала килеп етә. Кешеләр ҙә, мөлкәт тә имен ҡала. Стенаның бер аҙ өлөшө һәм аш-һыу бүлмәһендәге түбә генә әҙерәк яна.
Был йортта күп балалы ғаилә йәшәгән. Янғын башланған саҡта өйҙә, бәләкәй балаларҙан тыш, хужаның әсәһе менән хужабикәнең апаһы булған. Аш-һыу бүлмәһендә электр сымы эшлектән сыҡҡанлыҡтан, ут тоҡана. Шунда уҡ янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама "ҡысҡыра" башлай. Апай кеше янғын һүндереүселәрҙе саҡыра, ә хужаның әсәһе үҙе утты һүндерә башлай. Һөҙөмтәлә ҡатын быға өлгәшә. Өй ҙә әллә ни зыян күрмәй, кешеләр ҙә иҫән ҡала.
Әйткәндәй ҡулайламаны ҡуйыуға бер йыл да үтмәгән. Ул үҙенең тәғәйенләнешен үтәп, кешеләр ғүмерен һаҡланы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы йәнә бер ҡат иҫкәртә: был ҡулайламаны мотлаҡ ҡуйырға кәрәк.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас