Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
7 Март 2021, 16:43

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһының -25 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал.

Бөгөн, 7 мартта, һауа температураһы - 11 градус. Синоптиктар ҡар һәм еңелсә буран күҙаллай. Ел секундына 20 метр менән иҫә. Юлдарҙа ҡар һырынтыһы, боҙлауыҡ. Сәфәр йөрөүселәр, һаҡ булығыҙ!
Төндә ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһының -25 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Иртәгә лә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, урыны менән ҡар яуа, көндөҙ -7 -12 градусҡаса йылына. Ел көн үҙәгенә ҡарай көсәйеүсән - 9 -16 метр тиҙлектә.

Фото:foto-tula.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: