Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
7 Март 2021, 16:40

Йәнә авария, йәнә кеше ғүмерҙәре өҙөлә...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Әбйәлил районында теркәлгән.

Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлында фажиғәле авария була. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, "ВАЗ-21102" менән УАЗ "Патриот" автомобилдәре бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында 25 йәшлек ҡатын йән бирә. Ул "ВАЗ-21102" автомобиле пассажиры булып сыға. Шулай уҡ йәнәш салондағы ике пассажир - 48 йәшлек ҡатынға һәм ике йәшлек балаға медицина ярҙамы талап ителә. Бәхеткә күрә, баланы имгәнеүҙән автокресло һаҡлап ҡалған.
"ВАЗ" машинаһы руле артында - 21 йәшлек Баймаҡ районында йәшәүсе, ә "Патриот"та Силәбе өлкәһенән 73 йәшлек водитель була.
Көндәрҙең ҡарлы-буранлы булыуы республика юлдарында ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Дәүләт автоинспекцияһы алдан иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, водителдәр үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, юлға сығыуҙарын дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: байрам көндәрендә лә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: