Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
5 Март 2021, 15:16

Ҡош киҙеүе килә!

/

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Волга буйы һәм Урал федераль округтарында таралған ҡош киҙеүе буйынса хәл бик көсөргә­нешле. Сир усаҡтары беҙҙең яҡын күршеләребеҙ Силәбе өлкәһендә, Татарстан Республика­һында, шулай уҡ Ҡурған, Һарытау, Омск өлкәләрендә асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сирҙең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ҡурҡынысы ла бик ҙур. Ҡош киҙеүе Башҡортостан биләмәһенән ни бары 10 километр алыҫлыҡта ғына. Ауырыуҙан нисек һаҡланырға? Белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Әле яҙ башланыу менән хәүеф арта: тиҙҙән ҡоштар йылы яҡтан осоп ҡайтасаҡ, сир уларға күскән булһа, ҡоштар уны төбәктәр буйлап тарата башлаясаҡ. Шуға күрә һәр кем инфекцияға шиге булһа, шунда уҡ ветеринария станцияһына хәбәр итергә тейеш. Бының өсөн төбәктә “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй башланы, 8 800 77 55 828 телефоны буйынса һәр кем бушлай шылтырата ала.

Әлегә һаҡланыу саралары шундай: йорт ҡоштарын тышҡа сығарып йөрөтмәҫкә; ҡырағай ҡоштарҙан, шул иҫәптән күгәрсен, ҡарға һәм турғай­ҙарҙан алыҫ торорға; тере ҡош, билдәһеҙ етештереүсенән ҡошсолоҡ тауарҙары һатып алмаҫҡа; ауырыу­ҙарын асыҡлаһағыҙ, шунда уҡ ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә.

Вирус эләктергән йорт ҡошта­рында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙә­телә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын бор­ғолай, муйыны ҡыйшая), тауыш­ҡа ҡарамай, йомортҡа һалыу кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, томшоғонан ҡан аға. Тауыҡтың кикереге шешә, күгәрә. Киҙеү таратыусы төп сығанаҡ сирле ҡош һәм уның тиҙәге.

Уға ҡағылғанда, йомортҡаһын, итен ныҡлап бешереп еткермәй ашаған осраҡта, киҙеү вирусы кешегә лә йоғоуы ихтимал. Башҡа вирус кеүек, тиҙ үҙгәреүе, йәғни мутацияға бирелеүе менән хәүефле, шулай уҡ яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә тиҙ яраҡлаша, һөҙөмтәлә ҡош киҙеүе ҡоштарҙан кешегә генә түгел, кешенән кешегә лә күсә, сөнки беҙҙә ҡош киҙеүенә ҡаршы иммунитет юҡ.

Киҙеү билдәләре ябай гриптыҡы һымаҡ: юғары температура, ауыр тын алыу, йүткереү, тамаҡ һәм мускулдар һыҙлауы. Ауырыу асыҡланған ҡош менән контактҡа ингәндән һуң нин­дәйҙер киҫкен респиратор (грипҡа оҡшаш) сир башланһа, кисекмәҫтән дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар иғтибарына:

– хәүефте артабан таратмау маҡ­сатында, Рәсәйҙең ҡош киҙеүе йәһәтенән имен булмаған субъекттарынан һәм ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән тыш ҡош-ҡорт, ҡошсолоҡ продукттары, ҡошсолоҡ тармағы аҙығы һатып алыуға юл ҡуймаҫҡа;

– хужалыҡта аҫралғандарының ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешен булдырмаҫҡа;

– ҡош-ҡорт аҫралған урындарҙы механик таҙартыуҙы һәм дезин­фекциялауҙы тәьмин итергә;

– ҡош тиҙәген теләһә ҡайҙа түкмәҫкә.

Шулай уҡ шәхси гигиена талаптарын да онотмағыҙ. Уларҙы махсус өҫ һәм аяҡ кейемендә тәрбиәләгеҙ, урындарын даими таҙартығыҙ, йыуығыҙ.

Фото: pixabay.com
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/osh-ki-e-e-kil-/
Читайте нас: