Бөгөн иртән республикала ҡурҡыныс авария теркәлде, Архангел районында,Куйбышев тимер юлының 22-се километрында, Ҡарламан менән Приуралье станциялары араһында электричка менән "Лада Калина" автомобиле бәрелешә. Электричка Инйәрҙән Стәрлетамаҡ маршруты менән китеп барған була. Вагонда пассажирҙар булмаған, әммә ҡорбандар бар. Водитель һәм пассажир ҡатын һәләк булған, бер кеше ауыр хәлдә.