Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
5 Март 2021, 00:47

Балаһын ҡосаҡлап ултырған ҡатынды күргәс...

Полиция капитаны Фәнис Минәзев һәм өлкән лейтенант Рөстәм Шәрипов юл ситендәге авария сигналы ҡабыҙылған машинаға иғтибар итә...

Балтас районында ЮХХДИ бүлексәһенең юл-патруль хеҙмәте автомобиль юлында патруллек итә. Полиция капитаны Фәнис Минәзев һәм өлкән лейтенант Рөстәм Шәрипов Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе маршрутын контролләгәндә юл ситендә капоты асыҡ торған, авария сигналы ҡабыҙылған машинаға иғтибар итә.
Йәш ғаиләнең машинаһы юлда боҙолған булған. Ир үҙ көсө менән ремонтларға тырышып ҡараһа ла, булдыра алмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре салонда бәләкәй балаһын ҡосаҡлап ултырған ҡатынды йылыныу өсөн патруль автомобиленә күсереп ултыртҡан һәм эвакуатор саҡыртҡан. Бер аҙҙан боҙолған машинаны ремонтлау өсөн яҡындағы сервис үҙәгенә илткәндәр.
Йәш ғаилә ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәренә кешеләрсә мөнәсәбәте һәм ихлас ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдергән, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Егеттәр, ысынлап та, сауаплы ғәмәл ҡылған, яҡшылыҡтары үҙҙәренә әйләнеп ҡайтһын.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: