Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
1 Март 2021, 23:21

Таныш түгел кеше телефон аша бойорғас...

Бер нисә банктан 1 миллион 530 мең һум аҡса ала ла әйтелгән билдәһеҙ иҫәпкә күсерә...

Краснокама районында йәшәгән 59 йәшлек ҡатын аферистар тоҙағына эләккән. Телефон аша шылтыратып, алдаҡ юл менән уның 1,5 миллион һум аҡсаһын алғандар. Был хаҡта Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Бындай мутлашыуҙар тураһында күпме иҫкәртелә, хәбәр ителә, әммә алданған кешеләр һаны һис кәмемәй. Таныш булмаған кешенең телефон аша әйткән һүҙенә ышанып, нисек банктан кредит алып, сит иҫәпкә күсерергә мөмкин? Был ҡатын менән тап шундай хәл булған да инде.
Бер ҡатлы ҡатын аферистың әйткәнен тыңлап, бер нисә банктан 1 миллион 530 мең һум аҡса ала һәм әйтелгән билдәһеҙ иҫәпкә күсерә. Был ваҡиға ошо йылдың 13 ғинуарынан 5 февралгә тиклемге осорҙа була. Алдаҡсылар табылырмы, юҡмы, быныһы билдәһеҙ. Тик телефон аша әйтелгән һәр бойороҡҡа ышанырға ярамағанлығы көн кеүек асыҡ. Таныш булмаған шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ, банк картаһының артҡы яғындағы һандарҙы бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ, тип иҫкәртә Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Фото: BashNews
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: