Ҡурған өлкәһендә Башҡортостанға юлланған бер центнерға яҡын "Виагра" тейәлгән фураны туҡтатҡандар.
"Роспотребнадзор"ҙың урындағы идаралығынан белдереүҙәренсә, был препарат һатыуҙа тыйылған, уны Башҡортостанға Үзбәкстан кешеһе индерергә тырышҡан. Тәүҙә йөктө Ҡаҙағстанда алғандар, аҙаҡ беҙҙең республикаға алып барырға уйлағандар.
Ведомствола билдәләп үтеүҙәренсә, хәйләкәр водитель автомобилдең ҡайһы бер технологик мөмкинлектәрен файҙаланған: маркировкаланмаған препараттың күп өлөшөн автомобиль кузовына йәшергән. Тикшереү үткәрелгәс, "махсус йөк" Рәсәй менән Ҡаҙағстан сигендә тартып алынған, уны юҡ итәсәктәр.
Суд водителде административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип таныған. Тикшереү бара.