“Урал буйы” юлдар менән идара итеү предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, республика юлдарында йәнә сикләүҙәр индерелә. Улар М-5 трассаһының Ырымбур өлкәһендә, Татарстан һәм Башҡортостан участкаларында ғәмәлдә.
Сикләү төнгө 03.30 сәғәттән бөтә пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел такси, йөк транспорты өсөн М-5 “Урал” трассаһының Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе өлөшөндә индерелде.
Башҡортостанда хәрәкәт Төньяҡ, Богдановка, Октябрьский, Туймазы, Ҡандра, Иҫке Боғаҙы, Бүздәк тораҡ пункттары тирәһендә сикләнде. Сәбәбе: насар һауа шарттары - буран, көслө ҡар һәм күреү мөмкинлегенең насарлығы.
Юлда штаттан тыш хәлдәр булһа, "Урал буйы" (“Приуралье”) идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәтенә +7(347) 286-07-18, +7917-046-79-53 телефондары буйынса хәбәр итергә була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сикләү 11.00 сәғәткә тиклем индерелде. Уның ваҡыты үҙгәреүе ихтимал.
Бынан тыш, бөгөн таңғы 8.00 сәғәттән пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк машиналары өсөн М7 “Волга” трассаһында Мәскәү – Владимир – Түбәнге Новгород – Ҡазан – Өфө трассаһында 1169+910 километрҙан алып 1331+953 километрына тиклем дә сикләү индерелде.
Йәнә Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһы, Өфөнө Көнбайыштан урау юлында 0+000-27+900 километрында ла сикләү ғәмәлдә.
М-7 трассаһында Исәмәт ауылы, Өфө ҡалаһы янында, Өфө - Ырымбур трассаһында Авдон һәм Николаевка ауылдары янында сикләүҙәр бар.
Күренеүенсә, тышта буран ҡотора. Артыҡ кәрәге булмаһа, өйҙә ҡалыу күпкә отошлораҡ. Кисекмәҫтән юлға сығырға кәрәк икән, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, ипле йөрөүегеҙҙе һорайбыҙ. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ.