Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
27 Февраль 2021, 15:08

Иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ

Республикала янғындар һәм уларҙа үлем осраҡтары артты. Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә...

Республикала янғындар һәм уларҙа үлем осраҡтары артты. Был эштә иң мөһиме – иҫкәртеү. Ошо уңайҙан бөгөн “Рәсәй” медиа-үҙәгендә матбуғат конференцияһы үткәрелде. Унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов, уның урынбаҫарҙары ҡатнашты.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 25 февралгә тиклем Башҡортостанда 943 янғын теркәлгән, уларҙа 51 кеше һәләк булған, шул иҫәптән ике бала. 38 кеше йәрәхәтләнгән. Янғындарҙың дөйөм һаны кәмеһә лә, үлгәндәр артҡан.
"Беҙҙең республика өсөн был һандар ҙур. Шуныһын аңлағыҙ: бөтә янғындарҙы ла иҫкәртергә мөмкин. Мәҫәлән, өйҙә барлыҡ электр ҡорамалдары ла төҙөк икән, көсөргәнеш булмаһа, мейестәр дөрөҫ эшләнһә, кешеләр барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә, бик күп янғындарҙан ҡасып булыр ине. Балалар менән даими рәүештә аңлатыу эштәре алып барығыҙ, үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтегеҙ. Өлкәндәр үҙҙәре лә ябай ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш. Беҙ инде һеҙҙе ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", – тине Марат Латипов.
Янғындарҙың сәбәптәре төрлө. 295 осраҡта кешеләр ут менән һаҡһыҙ эш иткән. Шулай уҡ электр ҡорамалдары менән дөрөҫ ҡулланмау сәбәпле 263 янғын сыҡҡан, мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмауға бәйле 241 янғын теркәлгән. Һирәгерәк осраҡтарҙа транспорт сараһын дөрөҫ файҙаланмау (53 осраҡ), ут төртөү (45 осраҡ), газ ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау (ете осраҡ), иретеп йәбештереү эштәре (ете осраҡ) бәләгә килтергән.
Уттың бик ҡурҡыныс һәм хәүефле икәнлеген беләбеҙ. Башлыса янғын тораҡ йорттарҙа сыға (337 осраҡ), артабан ихаталағы һарай, мунсаларҙа (307 осраҡ). Былтыр сүп-сар янып 140 янғын теркәлгән, транспорт сараһы (64 осраҡ), баҡса йорттары (25), сауҙа биналары (11) һәм етештереү биналарында (туғыҙ) ла янғындар сыҡҡан.
Утта башлыса пенсионерҙар (24 кеше), эшһеҙҙәр (13 кеше), эшсе һөнәр эйәләре (һигеҙ), инвалидтар (дүрт) һәләк булған. Шулай уҡ быйыл ике бала менән ике аҫарбаҡтың ғүмере өҙөлгән.
Янғын осраҡтарын кәметеү һәм кешеләр ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙың иң ябай, һөҙөмтәле юлы – ут тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйыу. Дүрт йыл эсендә Башҡортостанда улар 516 кешенең, шул иҫәптән 206 баланың ғүмерен ҡотҡарған. Ташламалы программа буйынса, бушҡа 280 мең ҡулайлама ҡуйылған.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: