Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы,иртәгә болотло һауа торошо көтөлә. Ҡар яуасаҡ, урыны менән буран сыға. Юлдарға ҡар һырынтыһы ята, боҙлауыҡ буласаҡ. Ел төньяҡтан, төндә төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр, көньяҡ-көнсығышта секундына 17 метрға тиклем тиҙлектә иҫә, көндөҙ иһә, секундына 9-14 метр, урыны менән 18-23 метрға тиклем етә. Төндә -25, -30, урыны менән -33,-38 градус һалҡын, көндөҙ -19, -24 градус.
Электр ҡорамалдарының төҙөк икәнлеген тикшерегеҙ һәм электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш булдырмағыҙ. Өйҙән сығып китһәгеҙ, бөтә электр ҡорамалдарын һүндерегеҙ. Мейесте артыҡ ныҡ ҡыҙҙырмағыҙ, уның янында тиҙ янып китә торған әйберҙәр тотмағыҙ.
Юлда ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Ҡар яуған саҡта күреү һәләте насарланасаҡ, буран ваҡытында ул 500 һәм унан дә кәмерәк метр тәшкил итәсәк. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренән үтәүҙән тыш, үҙегеҙ менән йылы әйбер һәм яғыулыҡ запасы алырға ла онотмағыҙ.