20 февралдә төндә Балтас районының Яңы Балтас ауылында торлаҡ йортта ут сыға. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килгән саҡта кирбес йорттоң таҡта стеналары янған була.
Янғын тоҡанған саҡта өйҙә өс кеше йоҡлап ятҡан: ир, ҡатын һәм уларҙың ҡыҙҙары. Төтөнгә эшләп киткән иҫкәртеүсе ҡорамалдың һыҙғырыуына уянып китәләр һәм уттың таралыуына юл ҡуймайҙар. Шулай итеп янғын иҫкәрткес уларҙың ғүмерен һәм йылдар дауамында йыйған мөлкәтен һаҡлау ҡалыуға булышлыҡ итә.
Ошо көндө таңға ҡарай Дәүләкән районының Рассвет ауылында ла торлаҡ йорт янып китә. Утты һүндергәс, унда 1953 йылғы ир һәләк булғаны асыҡлана.
Күреүебеҙсә, ут ғәмһеҙлекте һәм һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала төндә урыны менән минус 40 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Был иһә һәр кемдән уяу булырға, электр ҡорамалдары һәм мейес менән һаҡ ҡыланыуҙы талап итә.