Хәйбулла хәбәрҙәре
-14 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Февраль 2021, 12:54
Ике сабый атайһыҙ ҡалды...
/
Бындай вәхшилек, кешеләргә ҡарата йыртҡыстарса мөнәсәбәт хаҡында яҙғы ла, телгә лә алғы килмәй. Әммә Тәфтиш комитеты тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған фажиғә хаҡында өндәшмәй ҡалыу ҙа мөмкин түгел. Иглиндә ике бала атаһы Николайға бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре һөжүм итә һәм сәнсеп үлтерә.
14 февралдә ир үҙенең әшнәһе менән уртаҡ таныштарына ҡунаҡҡа килә. Нимә сәбәп булғандыр, ирҙәр Николайҙы туҡмай башлай, береһе һуға, икенсеһе бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Туғандары әйтеүенсә, Николайҙың кеше менән эләгешә, бәхәсләшә торған холҡо булмаған. Уны тормош яратыусан, тыныс, йылмайыу йөҙөнән китмәгән, бейергә әүәҫ, сабыйҙарын һөйөп туймаған ир тип һүрәтләйҙәр. Хәҙер уның ҡатыны, биш йәшлек һәм һигеҙ айлыҡ сабыйы ғаилә башлығынан һәм атайҙан мәхрүм ҡалды. Енәйәт кодексының 105 статьяһының 1 өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, фажиғә сәбәптәрен тикшереү бара, тинеләр ведомствола.
Фото:Ufa1.ru
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ike-sabiy-atay-i--aldi-686359/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?