Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
14 Февраль 2021, 14:31

2,5 миллион һумын тотҡан да күсергән

Асыҡланыуынса, 49 йәшлек иргә банктан шылтыратып...

Мишкә районы кешеһе мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, 2,5 миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Башҡортостан хоҡуҡ һаҡсылары, үҙен алдап банк хеҙмәткәре тип таныштырып, сит кешенең аҡсаһына эйә булған әҙәмде эҙләй. Зыян күреүсе - Мишкә районынан 49 йәшлек ир, ул үҙенең алданғаны һәм 2,5 миллиондан күберәк аҡсаһын юғалтҡаны тураһында полицияға ғариза яҙған.
Хоҡуҡ һаҡсылары тикшереүе шуны күрһәткән: иргә телефондан үҙен банк хеҙмәткәремен тип таныштырып шылтыратып, уның иҫәбендәге аҡсаны алырға маташыуҙары тураһында еткергәндәр.
Шылтыратыусы хәүефһеҙлек өсөн бер операция башҡарыу мөһимлеген әйткән, бының өсөн реквизиттарҙы һәм кодты раҫларға кәрәк булған. Шулай итеп, ир бурға миллион ярым һумын күсергән.
Ирҙең ышаныусанлығынан файҙаланып, "хеҙмәткәр" икенсе банктағы аҡсаһы менән дә ҡыҙыҡһынған һәм уны ла "резерв" иҫәпкә күсереүҙе тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә иҫәбендәге 1,1 миллион һумды ир үҙ ҡулдары менән һүҙһеҙ банкомат аша билдәһеҙ ир әйткән иҫәпкә күсергән.
Бер аҙ ваҡыттан һуң ғына ул үҙенең алданғанын аңлап полицияға мөрәжәғәт иткән.

Фото: don24.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: