Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
12 Февраль 2021, 23:31

Өйһөҙҙө өйлө итәм тип

Ҡот осҡос күренеште - әсәһенең үле кәүҙәһен - 17 йәшлек улы тәүгеләрҙән булып күрә лә...

Өфөлә 6 февралдә 49 йәшлек ҡатынды үҙ фатирында үлтерелгән килеш тапҡандар. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ҡот осҡос күренеште - әсәһенең үле кәүҙәһен - айырым йәшәгән 17 йәшлек улы тәүгеләрҙән булып күрә. Ул килгәндә ишек бикле булған, бынан тыш, фатирҙан телевизор һәм мобиль телефон юғалған. Хоҡуҡ һаҡсылары мәрхүмәнең күршеләрен, таныштарын һораштыра торғас, шул асыҡлана: һуңғы ваҡытта ул 67 йәшлек өйһөҙ әҙәмде индереп, бергә йәшәп ятҡандар. Ә ул ирҙең элек тә хөкөм ителгәне мәғлүм. Оператив төркөм танышында йәшенеп ятҡан енәйәтсене тиҙ арала эҙләп таба, фатирҙан юғалған әйберҙәр ҙә янында була.
Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, 4 февралдә эскән ир менән ҡатын талашып киткән, хужабикә уны өйөнән ҡыуа башлаған. Талаш асарбаҡтың ҡатынға бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсеүе менән тамамланған. Хужабикә шул урында уҡ йән биргән. Ир тәүҙә енәйәт урынын ташлап ҡасҡан, аҙаҡ тағы килеп, телевизор һәм телефонды урлап сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта 67 йәшлек ир ҡулға алынған, хөкөм ҡарары көтөлә.
Фото: estilo-tendances.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: