Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
12 Февраль 2021, 23:29

Көтөүсе үҙен яҡлай алған

Иргә алты центнер ауырлығындағы үгеҙҙәрҙең береһе һөжүм итә. Ә эш биреүсе хеҙмәт хаҡы түләүҙән баш тарта...

Был бәхетһеҙ осраҡ Илеш районында була Урындағы фермаларҙың береһендә мал көткән иргә алты центнер ауырлығындағы үгеҙҙәрҙең береһе һөжүм итә. Ир ҡаты яралана, ярты йыл тиерлек эшкә сыға алмай.
Көтөүсене эшкә яллаған ауыл хужалығы предприятиеһы был осорҙа уға хеҙмәт хаҡын түләмәй. Ир аптыраған көндән судҡа мөрәжәғәт итә. Уға 280 мең һум күләмендә компенсация түләү тураһында ҡарар сығарылһа ла, ауыл хужалығы кооперативы ыжлап та бирмәй. Эшкә суд приставтары ҡыҫылғас, әңгәмәләшкәндән һуң ойошма көтөүсегә тейешле сумманы түләгән.
Фото:UfaTime.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: