Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
11 Февраль 2021, 21:21

Икеһен дә ҡотҡара алмайҙар...

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

10 февралдә кис Бәләбәй районында тағы ла фажиғәле хәл булды.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы автомобиль юлының 10-сы саҡрымында "Нива" менән "Митсубиши Паджеро" автомобилдәре бәрелешә. Тәүгеһенең водителе һәм пассажиры ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла, әммә табиптар уларҙы ҡотҡара алмай, икеһе лә йән бирә.
Әле юлдар тайғаҡ, боҙлауыҡ. Ашығыу, тиҙлекте арттырыу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, көтөлмәгән хәрәкәттәр эшләү айырыуса хәүефле. Ә яуапһыҙлыҡтың хаҡы бит ҡиммәткә төшә. Уйлаһаҡ ине...
Фото Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: