Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
4 Февраль 2021, 19:18

Мәктәп ябылған...

Төп талап – балалар хәүефһеҙлеге

Белорет район-ара бүлегенең суд приставтары, янғын хәүефһеҙлеге талаптары күҙәтелмәгәнлеге өсөн, Үрге-Әүжән коррекция мәктәбенең эшмәкәрлеген тыйҙы.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән мәктәп-интернаттың биналарын тикшереү барышында, янғын хәүефһеҙлеге талаптары ҡағиҙәләре тупаҫ боҙолоуы асыҡланған.
Атап әйткәндә, мәктәптең ҡаҙанлығы һәм склад биналары автоматик янғын сигнализациялары менән йыһазландырылмаған, ашханала янғындан һаҡлау ҡоролмалары һәм системалары эшлектән сыҡҡан.
Прокурор тикшереүе материалдарын ҡарағандан һуң, суд етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнгә тиклем мәктәп биналарын эксплуатациялауҙы тыйҙы.
Мәктәп-интернат уҡыусылары ваҡытлыса дистанциялы уҡыуға күсергә мәжбүр булған.
Фото: kr74.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: