Кисә Өфөлә ҡыйыҡтан ҡар төшөү сәбәпле, өс кеше зыян күрә.
Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр Калинин һәм Орджоникидзе райондарында теркәлгән.
Калинин районының Мушников урамындағы торлаҡ йорттоң ҡыйығынан, ә Орджоникидзе районында Конституция урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттоң балконы ҡыйығынан кешеләрҙең өҫтөнә ҡар төшкән.
41 йәшлек ир, 38 йәшлек ҡатын һәм 4 йәшлек балаға медицина ярҙамы күрһәтелә. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән.
“Һауа температураһы ноль градус тирәһе булып, күп ҡар яуғанда ҡыйыҡтарҙан ҡар шыуып төшөүе ихтимал. Бындай ваҡытта торлаҡ йорттарға яҡын булыу, бигерәк тә ҡыйыҡта ҡар өйөмө йыйылған осраҡта, хәүеф менән янай. Ҡар шыуыу хәүефе хаҡында иҫкәрткән кәртәләргә, табличкаларға иғтибар итеү мөһим", - ти белгестәр.