Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
3 Февраль 2021, 15:47

Балаға ни булған?

Спорт ярыштары хәүефһеҙ, яҡшы кәйеф һәм сәләмәтлек майҙаны булһын...

Баҡалы ауылының спорт мәктәбендә 13 йәшлек бала зыян күргән. Малай милли көрәш буйынса ярышта тиҫтере менән бергә ҡатнашҡан. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, баланы ярыштан ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар.
Әйтеүҙәренсә, уның хәле бер ни тиклем яҡшырған, шулай ҙа дауаханала дауаланыуын дауам итә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынын тикшергән, ярышты ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусыларҙан һорау алған, бөтә тейешле документтар, талаптарға һәм нормаларға ярашлы ярышты үткәреү шарттары тикшерелә. Тикшереү һөҙөмтәһендә спорт ярыштарын үткәреүҙә хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеү буйынса яуаплылар эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк. Спорт ярыштары хәүефһеҙ, яҡшы кәйеф һәм сәләмәтлек майҙаны булырға тейеш. Йәш спортсыға һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ.
Фото:GTRK.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: