Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
2 Февраль 2021, 15:25

Өфө – Ырымбур трассаһында ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде

Быға ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ сәбәпсе булды.

Башҡортостанда Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде. Атап әйткәндә, 2 февралдә иртәнге сәғәт 10-дан автомобиль юлының 1194 саҡрымынан 1548 саҡрымына тиклем ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде. «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, сикләү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-ға тиклем ғәмәлдә, оҙайтылыуы ла ихтимал.
Ошондай сикләү индереүгә һауа торошо – ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ сәбәпсе булды.
Ҡар яуғанлыҡтан, Өфөгә йөк транспортына инеү тыйылды.
Читайте нас: