Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
25 Ғинуар 2021, 12:23

Башҡортостанда «ВАЗ-2112» һәм Renault Sandero бәрелешкән

https://www.facebook.com/44cfd2c2-1c3b-454b-a743-dcfaffdef089

Дыуан районында 25 ғинуарҙа Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлының 210-сы саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Ҡыйғы районынан 26 йәшлек егет идара иткән «ВАЗ-2112» һәм ҡаршыға килгән Renault Sandero бәрелешкән.
Renault Sandero автомобиленең 35 йәшлек водителе йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре фажиғәне тикшерә башлаған.
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, дүрт кеше йәрәхәтләнгән.
Читайте нас: