Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Ғинуар 2021, 23:30

Үҙ туғанын балта менән тураҡлаған

/

Ғафури районының Имәндәш ауылынан хәбәрһеҙ юғалған 53 йәшлек ирҙең кәүҙәһе туғаны йәшәгән йорттоң иҙәне аҫтында табылған.
1 ғинуар өйөнән иҫерек килеш сығып киткән ирҙең ҡыҙы уның юғалғаны хаҡында 6 ғинуарҙа полиция бүлегенә ғариза яҙа. Әйтеүенсә, атаһы туғанына ҡунаҡҡа юлланған була. Әммә тикшереү барышында улары ирҙең килмәүе хаҡында белдерә. Туғанының был һүҙҙәрен һөйәркәһе лә дәлилләй. Әммә тикшереү барышында ошо йортта юғалған ирҙең тураҡланған кәүҙәһе ҡалдыҡтары тултырылған пакет табыла...
Асыҡланыуынса, туғандар бергә байрам итә. Эске табынында ике арала ыҙғыш сыға, артабан ул ҡул һуғышына әйләнә. Ғауға барышында хужаның һөйәркәһе ҡунаҡтың муйынына бер нисә тапҡыр сәнсә. Ир шунда уҡ йән бирә. Аҙаҡ туғаны үҙ туғанын балта менән тураҡлап, ҡара пакеттарға тултырып, йорттоң иҙән аҫтына йәшереп ҡуя.
47 йәшлек ҡатын ҡулға алынған, уға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Тәфтишселәр тикшереүҙе дауам итә, йорт хужаһына ауыр енәйәтте йәшергәне, булышлыҡ иткәне өсөн яуап тоторға тура киләсәк.
Был ҡот осҡос хәл бар республика халҡын шаҡ ҡатырғандыр. Эскелек сәбәпле ниндәй генә енәйәттәр ҡылынмай, туғандар бер-береһенә ташлана, ата - улды, әсә ҡыҙҙы белмәй...
Фото: ru.freepik.com
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/tu-anin-balta-men-n-tura-la-an-631396/
Читайте нас: