Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Ғинуар 2021, 14:50

Хәйбулла районында рейдтар бара

Граждандарҙың айырым категорияларына янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар тапшырыла.

Хәйбулла районында янғын иҫкәртеү маҡсатында төҙөлгән төркөмдәрҙең рейдтары дауам итә. Улар шәхси йорттарҙа булып, уның хужаларына уттан һаҡланыу саралары тураһында аңлатыу эше алып бара, күрһәтмәләр бирә.
Сара барышында ололарға, күп балалы ғаиләләргә һәм имен булмаған ғаиләләргә айырыуса иғтибар ителә. Граждандарҙың айырым категорияларына автомономлы янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары тапшырыла. Улар үҙенең һөҙөмтәлеген иҫбатланы – йөҙәргән кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итте. Ҡорамал ут тоҡаныу йәки төтөн сығыу менән сигнал бирә һыҙғыра башлай. Уның көслө тауышы йорт хужаларына ғына түгел, ә күршеләргә барып етә. Был айырыуса төндә бөтәһе лә йоҡлағанда иҫкәртеү өсөн уңайлы. Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡиммәт тә түгел, ә кеше өсөн иң ҡәҙерле булған ғүмерҙе ҡотҡарыуға булышлыҡ итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын сығыу менән шунда уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә – 112 һандарына шылтыратығыҙ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: