Өфөгә ингән ерҙә – Зәки Вәлиди һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешкән урында төҙөкләндереү эштәре башланыуға бәйле, уға алмашҡа түбәндәге юлдар тәҡдим ителә: Сунь Ят-Сен, Октябрь революцияһы, Минһажев урамы һәм башҡалар. Уларҙа ремонт эштәре уҙған, тип белдерәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Посадская урамынан Салауат Юлаев проспектына, Минһажев урамынан ҡала үҙәгенә ҡарай бер яҡлы хәрәкәт индерелә.
Октябрь революцияһы урамынан юл тотоштырғыс аша ингәндә һулға боролоу тыйыласаҡ. Тоташҡан урамдарҙа машина ҡуйыу тыйыла.
Тығынға эләкмәҫ өсөн автомобиль хужаларына урау маршруттарҙы файҙаланыу тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә йәшәгәндәргә Затон биҫтәһе аша Өфөгә инергә мөмкин.
М5 юлына сығыу өсөн Пугачев урамы – Ноғай шоссеһы аша йөрөргә тәҡдим ителә.
“Үҙәктән” хәрәкәт иткәндә Яр буйы, Октябрь революцияһы, Баҡалы, Киров, Ғөбәйҙуллин һәм башҡа төньяҡтараҡ урынлашҡан урамдарҙы файҙаланыу яҡшы буласаҡ.
Ә инде үҙәккә табан хәрәкәт иткәндә Октябрь революцияһы, Посадская – Ветошников – Минһажев, Сунь Ят-Сен, Баҡалы, Киров, Ғөбәйҙуллин һәм төньяҡтараҡ булған урамдарҙы файҙаланырға тәҡдим ителә.
Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәгәндәргә “Интернациональ – Перспектива – М5-кә сығыу” йүнәлешендә хәрәкәт итеү уңайлыраҡ буласаҡ.
“Уфагорсвет” предприятиеһы мәғлүмәттәре буйынса, Салауат Юлаев проспекты йүнәлешендә эшләгән светофорға өҫтөнлөк ҡуйылған: йәшел ут 44 секунд яна, Зәки Вәлиди урамы буйлап 29 секунд. Кәрәк булғанда, уға төҙәтмәләр индереләсәк.
Йәмәғәт транспорты юл тоташтырғысты урап үтәсәк, әммә туҡталыштар үҙгәрмәй. Был участок аша түбәндәге муниципаль маршруттар үтә: 31, 51, 51а, 211, 234, 291, 14, 57, 57a, 214, 216, 257к, 277, 298, 54, 232, 235. Пассажирҙарҙың йәмәғәт транспортында юлды үтеү ваҡыты артасаҡ.
Өфө ҡала хакимиәте сайтында урау юлдар варианттарын һәм схемаларын аңлатҡан мәғлүмәт тупланған бүлек булдырылған.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.