Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Ғинуар 2021, 14:25

Бер тәүлектә - 19 янғын

Мунсаны яҡҡас, ҡарай ҙа бел.

Үткән тәүлектә Башҡортостанда 19 янғын осрағы теркәлгән. Ете осраҡта мунсала ут сығыуы билдәле. Бәхеткә ҡаршы, янғындарҙа кеше үлеменә юл ҡуйылмаған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 8 һәм 9 ғинуарҙа Әлшәй районының Аксен, Иглин районының Шипов, Бәләбәй районының Родники, Саҡмағош ауылдарында, Ҡалтасы районының Күтәрем ауылында һәм Бәләбәйҙә мунсалар янған. Ә Салауат районының Мәсетле ауылында мунсанан тыш, йөҙ квадрат метр майҙанды биләгән йорт, веранда янған.
Үткән тәүлектә йорттарҙа ла янғын сыҡҡан. Нефтекамала 150 квадрат метр майҙанды биләгән йорт янып бөткән. Әбйәлил районының Таштимер, Баймаҡ районының Түбәнге Таһир, Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай ауылдарында ла янғын осраҡтары теркәлгән. Бынан тыш, янғын һүндереүселәргә гараждарҙа, сүп-сар контейнерҙарында, еңел автомобилдә һәм баҡса йортонда утты һүндерергә тура килгән.
Ҡышҡы осорҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында янғындар йыш булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башында уҡ һаҡһыҙлыҡ һәм янғын ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында ут ҡорбандары теркәлде. Мунсаны самаһыҙ рәүештә ҡыҙыу яғыу, иғтибарһыҙһыҙлыҡ, ҡарамау арҡаһында ут сыҡҡанын онотмайыҡ. Бала-сағаның шуҡлыҡтары өсөн дә ололар яуаплы.
Фото: resbash.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в