Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 ғинуарға ҡарата республикала 92 янғын теркәлгән, уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән, өсәү йәрәхәтләнгән.
Ә һуңғы тәүлектә 13 техноген янғын теркәлгән, уларҙа тән йәрәхәте алғандар йәки вафат булғандар юҡ. Янғындарҙың 27 проценты мунсала булған.
Мунсала түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ:
мейес яғыу өсөн тоҡаныусан шыйыҡса ҡулланмағыҙ; мейестәге һәм торбалағы тишектәрҙе үҙ ваҡытында эшләп ҡуйығыҙ; мейес торбаһының тартыуын тикшерегеҙ, ағартығыҙ; яныусан әйберҙәрҙе мейестән ситкә алығыҙ. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.