Республикала янғындар һаны ҡырҡа артыуға бәйле, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса 10 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, урындарҙа янғынды иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла.
Мәҫәлән, Дыуан күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ҡыйғы районының урындағы үҙидара органдары, опека һәм попечителлек бүлеге һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Ҡыйғы районы биләмәһендә рейд ойошторҙо. Сарала күп балалы һәм имен булмаған ғаиләләргә айырыуса иғтибар бирелде. Рейд барышында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, төп талаптар буйынса аңлатыу эше уҙғарылды, иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратылды.
Көнкүрештә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәмәү янғын сығыуға килтерә:
ут менән һаҡһыҙ эш итеү һәм бина эсендә тәмәке тартыу; изоляцияһы боҙолған электр сымдарын ҡулланыу, бер розеткаға бер нисә электр ҡорамалын ҡуйып, электр селтәрен көсөргәнешле эшләтеү; балалар алдында тоҡанып китеүсән әйберҙәрҙе, дарыуҙарҙы, химик матдәләрҙе һәм башҡа хәүефле әйберҙәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырыу; өйҙән сығыр алдынан электр приборҙарын һәм газ ҡорамалдарын һүндермәү. Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.