Яңы йылдың кемдер өсөн байрамға түгел, ә ғүмерлек ғазапҡа ла әүерелеүе бигерәк тә аяныс. Ҡалтасы районының Аҡтуған ауылында йәшәүсе бер ғаилә өсөн 2 ғинуар фажиғәле тамамлана.
Был кис һигеҙенсе класта уҡыусы малай үҙенең 33 йәшлек ағаһы менән ихатаға фейерверк тоҡандырырға сыға. Пиротехника төҙөк булмаймы, әллә ағаһы хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен боҙамы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, петарданың береһе туп-тура малайҙың күҙенә эләгә.
Тиҙ арала зыян күреүсе Нефтекама ҡалаһындағы дауаханаға оҙатыла, уға операция яһайҙар. Малайҙың уң яҡ күҙ алмаһы ныҡ зыян күрә. Киләсәктә ул тулыһынса күрерме, юҡмы, әлегә билдәһеҙ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре пиротехника әйберҙәрен экспертиза үткәреү өсөн ала, уның һатып алғанда төҙөк булыу-булмауы тикшереләсәк.
Пиротехниканы ҡулланыр алдынан уның ҡулланмаһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм унда күрһәтелгән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атмағыҙ, ракета һәм фейервектарҙы көслө ел булғанда, кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырмағыҙ, петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрмәгеҙ, тоҡандырғанда тәмәке тартмағыҙ. Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән ҡағиҙәләр күп осраҡта кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы булдырмауҙа ҙур роль уйнай.
Яңы йыл байрамы ғаиләгеҙгә һәм яҡындарығыҙға тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен!