Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
31 Декабрь 2020, 13:12

Өшөп, туңып ҡуймағыҙ!

Алкоголде самаһыҙ ҡулланыу йыш ҡына бәлә-ҡазаға килтерә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йыл байрамдарында күңелһеҙ ваҡиғалар ҙа күп теркәлә. Алкоголде самаһыҙ ҡулланыу бәлә-ҡазаға килтерә, туңып үлеүселәр тураһында ла йыш ишетәбеҙ.
"Роспотребнадзор" хәбәр итеүенсә, йылылыҡ әйләнеше системаһы нығынып етмәгән балалар һәм оло йәштәгеләр һыуыҡҡа тиҙерәк бирешә.
Өшөүҙең тәүге билдәләре: тире бер ни һиҙмәй, шул урын ҡыҙарып тора, ныҡ итеп сәнскеләй. 20-30 минут тирәһе өшөгән урынды йылытыу ҙа был хәлде төҙәтә. Туңған урынды йылы һыуҙа тотор кәрәк, тик ул эҫе булмаһын.
Нығыраҡ өшөгәндә, тире ағара, ҡата, шешектәр менән ҡаплана. Бындай ваҡытта йәһәтерәк медицина ярҙамы алырға тырышырға кәрәк. Туңған ерҙе берүк ҡар менән ышҡымағыҙ, бының хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе мөмкин. Шулай уҡ йылыныу өсөн электр грелкаһы, йылытҡыстар, асыҡ утты ҡулланыу тыйыла, сөнки туңған тиренең иҫе булмағанлыҡтан, яндырыу ҡурҡынысы бар.
Ныҡ туңғанда тән температураһы түбәнәйә, ҡалтырата, йоҡо баҫа, аң, телмәр бутала, хәрәкәт боҙола. Был осраҡта зыян күреүсене йылы урынға индерергә, уның еүеш һыуыҡ кейемен систереп, йылы ҡороһон кейҙерергә, шәрбәтле йылы һыу эсерергә кәрәк. Алкоголь биреү тыйыла!
Туңыуҙың тәүге билдәләрен һиҙеү менән (ҡалтыратыу, һиҙгерлек юғалыу, ойоу) яҡындағы йылы бинаға инегеҙ. Өшөгән урындарҙы йылы ҡул, йөн туҡыма менән еңелсә һыпырығыҙ. Һуңынан вата-марля (ҡул аҫтындағы йомшаҡ туҡыма) менән бәйләп ҡуйығыҙ.
Мөмкинлек булыу менән медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Байрамдарҙы имен үткәрәйек!
Фото: saransk.bezformata.com
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: