Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
31 Декабрь 2020, 13:08

Динар Ғилметдинов барлыҡ водителдәргә мөрәжәғәт итте

"Иң яҡшыһы – бер тәүлек транспортҡа ултырыуҙан тыйылыу..."

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов Яңы йыл алдынан тағы ла водителдәргә мөрәжәғәт итте. Уның белдереүенсә, байрам көндәрендә күптәр юлда була, шул уҡ ваҡытта ЮХХДИ инспекторҙары ла көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.
"Иҫкәртеү сараларына ярашлы, эскән водителдәрҙе асыҡлау һәм транспорт ағымында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙғандарҙы ныҡлы тикшереү үткәреләсәк.
Иҫкәртәбеҙ! Эскән килеш транспорт сараһы менән идара итеү юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу булып тора, ҡайһы ваҡытта фажиғәле хәлгә илтә. Эскән, наркотик матдәләр тәьҫирендә булған саҡта һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә юлдағы башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ.
Эскән килеш транспорт сараһы менән идара итергә ярамағанлығын һәр водитель белә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙәр әҙ миҡдарҙағы алкоголь был йәһәттән йоғонто яһамай тип иҫәпләй.
Алкоголь реакция тиҙлеген 30-40 процентҡа кәметеүгә булышлыҡ итә, был юл-транспорт хәл-ваҡиғаһын тыуҙырыуға килтерә һәм ҡанда бер тәүлек һаҡлана. Эскәндән һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс рулгә ултырырға мөмкин тигәнгә ышанырға ярамай. Иң яҡшыһы – бер тәүлек транспортҡа ултырыуҙан тыйылыу. Үҙегеҙ теләгән ергә йәмәғәт транспортында барырға йәки такси хеҙмәте менән файҙаланырға мөмкин. Һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең аңлауығыҙға, хуплауығыҙға ышанам. Хәүефһеҙ юлдар теләйем! – тип водителгә мөрәжәғәт итте Динар Ғилметдинов.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: