Бөгөнгө Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙналағы фажиғәне тишереүҙән башланы. Әбйәлил районының Ишбулды ауылында сыҡҡан янғында 11 кеше янып үлде. Улар Мәрхәмәтлек йортонда йәшәгән өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар ине.
– Был учреждениеның исемен дә атағым килмәй, мыҫҡыл итеү кеүек тойола, – тине ул. – Бик ҙур фажиғә. Кешеләр ғүмер буйы эшләгән һәм ҡартайғас шунда барып эләккән. Енәйәт эше ҡуҙғатылды, прокуратура ошоноң кеүек учреждениеларҙы тикшерә башланы. Тик Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.
Радий Фәрит улы был тармаҡты тикшерергә һәм республикала күпме ошондай приюттар барлығын асыҡларға ҡушты.
– Ике аҙна элек кенә “Минең ғаиләм” тигән приютты япҡайныҡ. Тимәк, был тармаҡта “йомшаҡ урын” бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблема менән йәшен һуҡҡас ҡына шөғөлләнә башлайбыҙ. Мин Әбйәлилдә булдым. Ул кешеләрҙең ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен күреп иҫем китте. Ул тиклем кеше был бәләкәй урынға нисек һыйғандыр. Кешеләр үлде. Башҡа бындай хәлдәр булмаһын, бының өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән вице-премьер Ленара Иванова был йәһәттән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Улар белдереүенсә, кәңәшмәләр үткәрелгән, хакимиәт башлыҡтарына йөкләмәләр йүнәлтелгән.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала Башҡортостанда 151 янғын булған, уларҙа 23 кеше үлгән. Күренеүенсә, һандар ҡот осҡос. Республика буйлап иҫкәртеү саралары бара.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.