Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Декабрь 2020, 12:38

Юлда - 84 иҫерек...

Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә...

Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, республика юлдарында спиртлы эсемлектәр ҡулланып руль артына ултырғандар һаны кәмемәй.
Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә республика юлдарында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 14 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ эскән килеш руль артына ултырған 84 водителгә протоколдар төҙөлгән.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, ошо эсеп юлға сығыу проблемаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк. Яңы йыл байрамдары алдынан юлдарҙа спиртлы эсемлектәр ҡулланып руль артына ултырғандарҙы күҙәтеү өсөн даими рейдтар дауам итәсәк. Иң мөһиме - эскәнһең икән, рулгә тотонма! Үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡла, башҡаларҙың ғүмере өсөн хәүефһеҙлек тыуҙырма.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: