Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Ишбулды ауылында булған фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төндә 1960 йылдарҙа төҙөлгән ағас бинала янғын сыға. Бында шәхси “Ҡарттар йорто (мәрхәмәтлек йорто)” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге урынлашҡан. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе биш кеше ҡотолоп өлгөргән, шул иҫәптән үҙәктә йәшәгән өс кеше. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламалар эшләүгә ҡарамаҫтан, 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Әбйәлил районында Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.
Башҡортостан Башлығы фажиғә урынына килде, оператив хеҙмәттәр һәм муниципалитет етәкселәре менән янғындың сәбәптәре, ҡотҡарыусыларҙың эш итеүе тураһында һөйләште. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов белдереүенсә, пансионатта йәшәгән өс кеше дауаханала, тағы ике иҫән ҡалған кеше – ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә янғында зыян күргән һәм һәләк булғандарҙың яҡындарына матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Шулай уҡ үлгәндәрҙе ерләүгә бәйле сараларҙы ла ойоштороу йөкмәтелде.
– Иҫән ҡалғандар буйынса, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, әгәр кәрәк икән, уларҙы Өфөгә күсереү мөмкинлеген ҡарарға, быға ҙур иғтибар бирергә ҡушам, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, күрше йорт та зыян күргән, унда өлкән йәштәге кеше йәшәй. Ул йортто йүнәтергә ярҙам итәсәкбеҙ.
Һәләк булған һәм зыян күргәндәрҙең туғандарына хәбәр итеү ойошторолған. Улар менән психологтар эшләй.
“Янғынды һүндереүҙә 33 кеше, 14 берәмек техника эшләне. Янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта йорт тулыһынса ут менән ялмап алынған булған”, - тине республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Радий Хәбиров республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ошондай бөтә учреждениеларҙы тикшереп сығырға ҡушты.
– Беҙҙә шундай 21 учреждение бар, уларҙың һәр береһе буйынса ведомство-ара комиссияһы булдырырға һәм тикшереү үткәрергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, был бина ҡарттар йорто урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнмәгән һәм шәхси тораҡ йорт булараҡ теркәлгән.
– Шуға күрә бында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек нормалары талаптарын боҙоу осрағы күҙәтелә, – тине Андрей Назаров.
Фажиғәне хоҡуҡи яҡтан прокуратура һәм Тәфтиш комитеты баһалаясаҡ, тине төбәк етәксеһе.
– Әлегә кем ғәйепле тип һүҙ йөрөтмәй торайыҡ, тейешле органдар уны тикшерәсәк. Шәхсән миңә был хәл оҡшамай, бәләкәй генә урында күпме кеше йәшәгән. Был кешеләрҙең пенсияһының 75 процентын алып торалар бит, – тине Радий Хәбиров. – Аңлайым, был эшмәкәрлек төрөнә лицензия бирелмәй, тик шарттар янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш. Быларҙың барыһы ла ныҡлап тикшереү һәм саралар күреүҙе талап итә.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, шәхси ҡарттар йорттарын ойоштороу эшмәкәрлеген лицензиялау мәсьәләһен күтәрергә кәрәк булыуы ихтимал.
Радий Хәбиров янғын урынына беренсе булып килгән һәм уттың башҡа биналарға күсеүенә ҡаршы торған ирекле янғын дружинаһына рәхмәт әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.