Хәйбулла хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
15 Декабрь 2020, 22:40
Республикала изоляцияла булған пенсионерҙар COVID-19 менән һирәгерәк сирләй башлаған
*
Башҡортостанда изоляция осоронда оло йәштәгеләр араһында коронавирус менән сирләгәндәр һаны 10 процентҡа кәмегән. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 10 ноябрҙән республика Башлығы указы буйынса төбәктә 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙары булғандар өсөн изоляция режимы ғәмәлгә индерелде.
Уларға көндөҙгө сәғәт 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем урамда йөрөргә йәки магазинға барып килергә рөхсәт ителә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, сикләүҙәр индерелгәндән һуң ололар араһында коронавирус инфекцияһы менән ауырыу кимәле 10% тиерлек кәмегән. Ошо категорияға ҡараған граждандарҙың COVID-19 билдәләре менән медицина ойошмаларына мөрәжәғәттәре лә аҙайған. Мәҫәлән, уҙған тәүлектә республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 142 осрағы теркәлгән. Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 14 548 кеше. Шул уҡ ваҡытта 12 140 пациент һауыҡҡан, уларҙың 131-е – һуңғы тәүлектә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ
, Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы декабргә 31 тиклем оҙайтылды.
Фото: Валерий Шахов
https://www.bashinform.ru/bash/1529295/
Читайте нас: