Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
14 Декабрь 2020, 13:07

Һигеҙ йәшлек малай ҡотҡарған

/

9 декабрҙә Туймазы районы Серафимовский ауылында сыҡҡан янғын тураһында хәбәр ҡотҡарыусыларға сәғәт 15.27-лә килә. Улар тиҙ арала килеп етеп утты һүндереүгә өлгәшә. Бәхеткә күрә, ҡаза олоға китмәй.

Был көндө балаларҙы оло бәләнән тик янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡотҡарған тип әйтергә булалыр. Ут башланған ваҡытта өйҙә һигеҙ йәшлек малай һәм алты йәшлек ҡыҙыҡай үҙҙәре генә була. Сигналды ишеткәс тә, балаларҙың ҙурырағы бәләкәсен етәкләп урамға алып сыға. Ғаиләлә тағы бер бала бар - ул был мәлдә мәктәптә була.

Ғаилә, күп балалы булараҡ, ташламалы программа буйынса янғын иҫкәрткес ҡоролманы ике йыл элек ҡуйҙырған. Хужалар уның батарейкаһын ваҡытында алыштырып торған һәм ул хәүефле төтөн еҫен һиҙеп, сигнал биреп, кеше ғүмерҙәрен ҡурсалап алып ҡалған.

Фото: Бәйләнештә.
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ige-y-shlek-malay-ot-ar-an-588131/
Читайте нас: