Йыл һайын илебеҙҙә алкоголь һәм ялған араҡы менән ағыуланыуҙан 13-18 мең кеше үлә. “Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикала быйыл һигеҙ айҙа 105 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып яҡты донъя менән хушлашҡан. 100 мең кешегә 2,4 шундай күңелһеҙ осраҡ тура килә.
Һандарҙың, былтырғы менән сағыштырғанда, күпкә аҙыраҡ булыуы (2019 йылдың ошо арауығында 162 кеше ағыуланып үлгән) бер аҙ өмөт бирә. Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙғарылған кәңәшмәлә ошо мәсьәлә ҡаралды.
Бер йотомдоң ғүмергә торошло булыуы бар
– Беҙҙә законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡаршы әүҙем көрәш бара, ошо сәбәптән үлгәндәр һаны кәмей. Был тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтә күрһәтә башлауын аңлата, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Әммә тынысланырға иртәрәк әле. Бигерәк тә Өфө һәм Иглин райондарында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы ҡалаларында хәлдәр борсоуға һала – ошо төбәктәрҙә күрһәткестәр республикалағы уртаса һандарға ҡарағанда юғарыраҡ.
Белгестәр билдәләүенсә, ялған иҫерткес эсемлектәр Рәсәй баҙарының яҡынса өстән ике өлөшөн биләй, ә халыҡҡа йыл һайын бер миллиард литрғаса законлы әйләнештә булмаған спирт һатыла. Миллиондарса һумға торошло был продукция республикабыҙға ла ҙур партиялар менән индерелә, яйға һалынған сауҙа алымдары аша һатып алыусыларға тиҙ барып етеү юлдарына эйә. Контрафакт араҡыны спиртлы эсемлектәр етештергән предприятиеларҙың ялған ярлыҡтары менән индереү осраҡтары ла йышайҙы.
Илебеҙҙә, уртаса алғанда, бер кеше башына йылына ете-туғыҙ литр иҫерткес эсемлек тура килә. Беренсе урынды араҡы биләй – 56 процент. Дөйөм алғанда, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу күләме йылдан-йыл кәмей, әммә стандарт булмаған алкоголь – ябайлаштырып әйткәндә, ялған араҡы әйләнеше арта. Тап ана шул хәүефле эсемлек көслө ағыуланыу, хатта үлем осраҡтарына килтерә лә инде.
Тормоз шыйыҡсаһы йәки һәр төрлө химия эсеүселәр генә зыян күрә, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Сифаты шикле эсемлектәр ҡулланып, тотош компания менән ағыуланыусылар ҙа бар. Бынан бер нисә йыл элек составында метил спирты булған шыйыҡса эсеп, Өфө районының Миловка ауылында биш кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Саҡмағош районында ла ошо сәбәпле бер юлы дүрт кеше һәләк булды. Егет-ҡыҙҙар гаражда йыйылып күңел асырға була, ә һөҙөмтә бик аяныслы.
Ошоға оҡшаш хәл Октябрьский ҡалаһында ла теркәлә. Биш кешенән торған компания дуҫтарының алыҫтан ҡунаҡҡа килеүе айҡанлы байрам табыны ойоштора. Күрше йорттағы магазиндан коньяк һатып алалар. Күп тә үтмәй, барыһының да хәле насарая. Әгәр ҙә тап шул мәлдә берәүҙәренең апаһы шылтыратып, хәлдең айышына төшөнмәһә, был осраҡ та үлем менән тамамланыр ине. Бәхеткә күрә, биш кеше лә, дауаханала оҙаҡ ҡына дауаланып сығып, иҫән ҡала.
Бәлиғ булмағандар хаҡында айырым әйтеп үтке килә. Үҫмерҙәр тыйылған “емеште” тиҙерәк тәмләп ҡарау теләге менән тәмәке тартып, араҡы эсеп ҡарай. Ә улар уны ҡайҙан ала? 18 йәше тулмағандарға был зыянлы әйберҙәрҙе һатыу закон тарафынан тыйыла, ә йәшертен рәүештә, шул уҡ ваҡытта ике-өс тапҡырға арзаныраҡҡа алырға була.
Быйыл һигеҙ айҙа республикала ялған араҡы ҡулланып, бәлиғ булмаған 25 үҫмерҙең ғүмере өҙөлә, уларҙың 13-ө Өфөлә йәшәгән. Стәрлетамаҡ, Ишембай, Бөрө, Салауат ҡалаларында, Өфө, Дүртөйлө, Салауат райондарында ла башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр теркәлә.
Хөрмәтле өлкәндәр, балаларыбыҙҙың ошондай хәлгә ҡалыуында тәү сиратта үҙебеҙ ғәйепле түгелме? Уларға алкоголдең ниндәй хәлдә лә зыянлы булыуын аңлатығыҙ. Ә ялған араҡы – икеләтә ҡурҡыныс. Бер генә йотом тотош ғүмергә торошло булыуы ихтимал...
Этанол һәм метанол – айырма нимәлә?
Алкоголле һәр эсемлектә этанол бар. Күләменә, организмға эләгеү ысулына, концентрацияһына һәм тәьҫир итеү оҙайлылығына бәйле был матдә токсик һәм наркотик сифаттарға эйә. Көслө эсемлектәрҙе саманан тыш ҡулланған осраҡта, этанолдың баш мейеһенә емергес тәьҫире көсәйә. Баш мейеһе ҡабығы нейрондарында органик үҙгәрештәр башлана, улар, зарарланып, үлә. Һөҙөмтәлә капиллярҙар – ваҡ ҡан тамырҙары шартлай. Ашҡаҙан, бауыр, эсәктәрҙең эшмәкәрлеге лә боҙола.
Сәнәғәт спирттарында, этанолдан тыш, тағы ла ҡурҡынысыраҡ, үлемеслерәк матдә – метанол бар. Ул туранан-тура йөрәккә һәм нервы системаһына тәьҫир итә. Метанолдың 30 грамы ғына ла үлемесле һанала. Үлмәгән осраҡта ла, уны ҡулланыу көслө ағыуланыуға килтерә. Кешенең һуҡырайыуы, бауырын эшлектән сығарыуы, ашҡаҙан яман шешенә дусар булыуы бар.
Яуызлыҡ язаһыҙ ҡалмай
Ялған алкоголь етештереү, һатыу өсөн яуаплылыҡ хаҡында ла оноторға ярамай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, “Роспотребнадзор” һәм башҡа хеҙмәттәр тырышлығы менән рейдтар уҙғарыла, законды боҙоусылар асыҡлана, яуапҡа тарттырыла.
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлектәр һатылған урындар тураһында хәбәр иткән граждандарҙы бүләкләү тәҡдимен индерҙе. Ул билдәләүенсә, бутлегерҙарға ҡаршы көрәштә “бер ниндәй ҙә әхлаҡи, тыйып торған факторҙар булырға тейеш түгел”. Законһыҙ алкоголь һатҡандарҙы асыҡларға “Инцидент” системаһы ла ярҙам итә.
Түбәндәге хәл тураһында мөрәжәғәт иһә былтыр декабрь айында уҡ килгән була. “Бер нисә йыл рәттән Ноғоманов урамындағы 60-сы йорттоң 25-се фатиры тәҙрәһенән алкоголь һаталар. Был турала барыһы ла белә, әммә бер ниндәй ҙә сара күрелмәй. Бындай башбаштаҡлыҡты бөтөрөргә, бәлки, һеҙҙең көсөгөҙ етер”, – тип әсенеп яҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Иван Соколов.
Уға быйыл апрелдә хакимиәттән ошондай яуап килә: “Полиция хеҙмәткәрҙәре дружинниктар менән берлектә һеҙ атаған фатирҙан “контроль һатып алыу” башҡарыу өсөн бер нисә рейд ойошторҙо, әммә уларға алкоголь һатыу осрағы теркәлмәне. Фатир хужалары тәҙрәләренә араҡы һатмауҙары тураһына яҙыу ҙа элеп ҡуйғандар”.
Әммә фотола күрше фатирҙың тәҙрәләре төшөрөлгән була. Иван Соколов әйтеүенсә, законһыҙ алкоголь менән сауҙа иткән фатирҙың тәҙрәләре аҡ рәшәткә менән ҡапланған, ә төндәрен унда гирлянда яна.
Июль айында мөрәжәғәт буйынса оператив-тикшереү эше тергеҙелә. Һөҙөмтәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы етештергән, һаҡлаған һәм сауҙа иткән төркөм асыҡлана. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 19 – 44 йәшлек ете кеше ҡулға алына.
Ғәйепләнеүселәрҙең фатирҙарында, гараждарында 700 литр алкоголь продукцияһы, шул иҫәптән араҡы һәм коньяк, 200 литрлыҡ мискә, ике автомобиль һәм 200 мең һум аҡса тартып алына.
Алкоголь коронавирустан һаҡлаймы?
Һуңғы вакытта, имеш, алкоголь коронавирустан һаҡлай икән тигән хәбәрҙәр тарала башланы. Мессенджерҙар буйлап йөрөгән бындай хәбәрҙәргә күптәр иҫтәре китеп ышана, әммә табиптар был фаразды кире ҡаға. Киреһенсә, араҡының иммунитетты ҡаҡшатыуын билдәләйҙәр.
– Алкоголь коронавирустан һаҡламай. Пандемия халыҡтың иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу проблемаһына сиктән тыш кире йоғонто яһаны, – ти Стәрлетамаҡтағы 2-се республика наркология диспансерының баш табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Азат Әсәҙуллин.
Уның әйтеүенсә, пандемия кешеләрҙә ҡурҡыу хисен көсәйтә, депрессияға бирелеүселәр һаны кинәт күбәйә. “Шуға күрә кешеләр алкоголде “антидепрессант” булараҡ ҡабул итә башлай”, – ти табип.
Шул уҡ ваҡытта коронавирус пандемияһы башланғандан алып, бар илдәге кеүек, Башҡортостанда ла наркологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны артҡан. “Төп сәбәп – социаль ҡурҡыу, ул күбеһенсә коронавирусты дауалауҙа спирттың роле тураһындағы ялған мәғлүмәттәр менән көсәйтелә. Икенсеһе – бәйлелеге булған пациенттарҙы дауалаған ҡайһы бер учреждениеларҙың ковид-госпиталь итеп үҙгәртелеүе”, – ти Азат Әсәҙуллин.
Табип шулай уҡ суррогат алкоголдең ҙур хәүеф тыуҙырыуын да билдәләне:
– Бындай алкоголь, тәү сиратта, ағыуланыуға килтерә. Беҙҙең пациенттарҙы алһаҡ, уларҙың 70 – 86 проценты өй шарттарында суррогат алкоголь ҡулланған. Шуны танырға кәрәк: пандемия арҡаһында бөгөн ялған эсемлектәр проблемаһы айырыуса киҫкен тора.
Ялған алкоголь етештереү, сауҙа итеү осрағына шаһит булһағыҙ, шымып ҡалмағыҙ, тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итегеҙ. Йәмәғәт ойошмалары, урындағы әүҙемселәр, хеҙмәт коллективтары бергәләп тотонһа, күпме ғүмер ҡотҡарылып ҡаласаҡ.
Һис шикһеҙ, был афәттән ҡотолоуҙың иң дөрөҫ юлы – спиртлы эсемлектәрҙән тулыһынса баш тартыу. Ҡасан да булһа кешелек ошоға киләсәк. Ғүмерҙең бер генә булыуын иҫебеҙҙән сығармайыҡ!