Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Декабрь 2020, 19:12

Ғашиҡтар нимә менән ағыуланған?

/

Уҙған аҙна һуңында Яңауыл ҡалаһында ҡурҡыныс ваҡиға теркәлә. Дауаханаға 36 йәшлек ҡатын менән 32 йәшлек ирҙе килтерәләр. Ғашиҡтарҙың икеһе лә кома хәлендә була. Асыҡланыуынса, улар нимә менәндер ағыуланған.
Өйҙәш ир менән ҡатынды үтә ауыр хәлдә реанимацияға һалалар. Бер нисә сәғәт үткәс, ҡатын вафат була. Кисен иһә ир кеше лә яҡты донъя менән хушлаша. Табиптар был турала шунда уҡ хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр итә.
Өйҙәрен ҡарап сыҡҡас, урындан маринадлы бәшмәк, быяла йыуа торған шыйыҡса менән канистр һәм 14 һауыт аптисептик шыйыҡсаны алалар. Әле уларҙы белгестәр тикшерә. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, пар “токсик алкоголь” менән ағыуланған.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ashi-tar-nim-men-n-a-iulan-an-582747/
Читайте нас: